Мәмерйә һәм ер аҫты бушлыҡтарын өйрәнеүселәр һөнәре үтә хәүефлеләр исемлегендә. Шуға ҡарамаҫтан был фән йүнәлеше күптәрҙе ылыҡтыра. Ер аҫтындағы минералдарҙы өйрәнеү планетабыҙҙың барлыҡ серҙәрен тағатырға ярҙам итә.
Мәмерйәгә ял итергә йөрөүселәрҙе иһә спелеотуристар атайҙар. Һуңғылары хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Башҡортостанда айырыуса күп. Республикала меңгә яҡын мәмерйә иҫәпләнә. Улар араһында киң билдәле Шүлгәнташ, һыу аҫтында ҡалған Һаҡаҫҡы һәм Уралдың иң ҙур Киндерле мәмерйәһе бар.
Һуңғыһы 2013 йылда фәнни-тикшеренеү эштәре өсөн ябылып торҙо. Спелиологтар көнө алдынан ул мәмерйә гиҙергә яратыусылар өсөн асылды. Киндерле мәмерйәһе залдарында спелеотуристарҙың эҙҙәре буйлап БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин үтте.
Өфөнән Ғафури районы Таш-Аҫты ауылына тиклем 140 саҡрым самаһы. Унан һуң, йәйәүләп тағы ла 6 саҡрымды үтер кәрәк. Тәбиғәт паркы биләмәһенә транспортта үтеү тыйылған. Әммә йәйәүләп тауҙа үрмәләү үҙен тулыһынса аҡлай. Ҡая башынан асылған хозурлыҡтан хуштан яҙырлыҡ. Ә Уралдың иң матур тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналған Киндерле мәмерйәһен әйтеп тораһы ла түгел. Әммә.
Был туристарҙың вәхшилектәренең эҙе. Уларға мәмерйәлә быуаттар дауамында йыйылған сталагмиттарҙы ла аямаған.
Шунлыҡтан «Еҙем» тәбиғәт паркы етәкселеге туристарҙы хеҙмәтләндереү эшен көсәйтеү бурысын ҡуйған. Теркәлмәйенсә, рөхсәттән тыш инеп-сығырға ярамай. Ул тик хеҙмәткәр оҙатыуында ғына башҡарыла. Ҡайһы бер залдарға үтеү ҙә сикләнгән.
Әйткәндәй, Киндерле мәмерйәһе фәнни-тикшеренеү эштәрен уҙғарыу өсөн ул 2013 йылдан ваҡытлыса ябылып та торҙо. Бөгөн рәсми рәүештә туристарҙы ҡабул итә башлауға бер ай самаһы. Туристар ағымы ла көсәйгән. Йәйге селләнән ҡасып мәмерйәгә юл тотоусылар бик күп. Һауа температураһы Киндерле эсендә 7 градус йылыны күрһәтә.
«Еҙем» республикала тәбиғәт паркы статусын алған бишенсе биләмә. Әммә, 3 йыл эсендә хәл бер кимәлдә ҡала бирә, ти ял итеүселәр. Ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр һиҙелмәй.
Эштәр ҙә бары тик парк етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәр көсөндә башҡарыла. Шуға ла инфраструктура үҫеше тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә телдә ҡала. Ә тәбиғәт һәйкәлдәре ысынлап та, һоҡланғыс, тик туристар ғына аңлы булһын.
Азат Ғәлиуллин